КҮМЕРТАУ ҠАЛАҺЫ ҺӘМ КӨЙӨРГӘҘЕ РАЙОНЫНДА ЕТЕШТЕРЕҮ ҠЕҮӘТТӘРЕН ҺӘМ ТОРЛАҠ ТӨҘӨЛӨШӨН ҮҪТЕРЕҮ МОТЛАҠ

Был турала бөгөн Республика башлығы төбәккә эш сәфәре барышында белдерҙе. Рөстәм Хәмитов урында һуңғы осорҙа асылған предприятиеларҙың эшмәкәрлеген тикшерҙе һәм халыҡ менән осрашты.

Эш сәфәре Көйөргәҙе районында башланды, тәүге нөктә Бөгөлсән ҡояш электр станцияһы. Объекттың тәүге өлөшө былтыр сафҡа индерелгән, киләһе йылда икенсе һәм өсөнсө сиратты файҙаланыуға тапшырыу бурысы тора. Һалынған инвестициялар күләме 1 миллиард ярымдан ашыу.

Объектты сафҡа индереү Көйөргәҙе районының электр энергияһына ихтыяжын 70-80 процентҡа тәьмин итәсәк. Рөстәм Хәмитов ошондай электр станцияларын Сибай, Баймаҡ яҡтарында ла төҙөү бурысын ҡуйҙы. Сөнки булған ҡеүәттәр яңы предприятиелар асыуға етмәй.

Ә бына «Урманагротранс» төҙөлөш материалдары етештереүҙе яйға һалған, уларҙың продукцияһы юл, торлаҡ төҙөлөшө өсөн файҙаланыла. Хужаларҙың киләсәктә тимер-бетон заводы асыу ниәте лә бар. Әле бында ике тиҫтәнән ашыу кеше эш урыны тапҡан. Быйыл район биләмәһендә «Ротор-флай» йәмғиәтенең осоу-һынау комплексы ла асылған. Был вертолетты осоусы автомобиль тип атарға мөмкин, ул файҙаланыуҙа уңайлы һәм иҡтисади яҡтан бик отошло. Иң мөһиме хәүефһеҙ, двигатель сафтан сыҡҡанда үҙенсәлекле ҡотҡарыу системаһы тоҡана

Йыл аҙағына тиклем 10 вертолет йыйыу ҡаралған. Тик эште тулы линияға һалыу, йәғни күпләп һатыуға сығарыу өсөн яраҡлылыҡ лицензияһы алыу мотлаҡ, тәү сиратта ошо эште атҡарыу кәрәк, тине Республика башлығы.

Кумертауға килгәндә, әле ҡаланың Маяҡ ҡасабаһында май һығыу заводы төҙөлә. Ул тәүлегенә 1 мең 200 тонна көнбағыш эшкәртергә тейеш. Проект өс этапта тормошҡа ашырыла, тәүгеләре май һығыу цехтарын сафҡа индереү, өсөнсөһө 65 мең тоннаға иҫәпләнгән элеватор төҙөү. Рөстәм Хәмитов заводта төҙөлөш барышын тикшерҙе. 2014 йылдан бында 2 миллиардтан ашыу инвестиция һалынған. Ҡалалағы боҙ һарайында ла төҙөлөш тамамланыу алдында. Объектта эске эштәр генә ҡалып килә.

Әле төҙөлөш барған ошо майҙанда бер йылдан рәхәтләнеп конькиҙа шыуырға мөмкин буласаҡ. Кумертау халҡы был объектты ҙур түҙемһеҙлек менән көтә. Сөнки әлегә тиклем ҡаланың йыл әйләнәһенә эшләгән ябыҡ боҙ һарайы булмаған. Спорт һөйөүселәр төрлө турнирҙарҙы ситкә сығып ойошторған.

Проекттың дөйөм хаҡы 315 миллион һум, объект ошо яҡтағы иң ҙур боҙ һарайы буласаҡ һәм бында республика кимәлендәге ярыштарҙы ла ойошторға мөмкин. Стадион 600 урынға иҫәпләнгән, спортсылар өсөн алты сисенеү бүлмәһе ҡаралған.

Кумертау һәм Көйөргәҙе районы алдында торған бурыстар хаҡында һүҙ халыҡ менән осрашыуҙа ла барҙы. Республика башлығы белдереүенсә, Республика торлаҡ төҙөлөшө буйынса илдә 5-се урында, быйыл юл төҙөлөшөнә ғүмерҙә булмағанса 15 миллиард һум аҡса йүнәлтелә. Һуңғы осорҙа ғына 30 мең эш урыны асылған. Тик бына Күмертауҙа күрһәткестәр бик юғары тип әйтеп булмай, айырыуса, ҡалала төҙөлөш аҡһай. Төҙөкләндереү эше лә һүлпән бара, Көйөргәҙе лә хәл яҡшыраҡ. Инвестициялар йәлеп итеү өҫтөндә эшләргә кәрәк, тине Рөстәм Хәмитов.

Кумертау күк йөҙөн яулаған ҡала, төбәктә йыйылған вертолеттар бөтә донъяға билдәле. Тик бер осор ҡалала төп предприятиеның етештереү ҡеүәттәре кәмеү сәбәпле, иҡтисади көрсөк булып ала, әммә һуңғы йылдарҙа йәнә күтәрелеш күҙәтелә. Рәсәйҙең моноҡалалаларҙы үҫтереү фонды менән төҙөлгән килешеүгә ярашлы, төбәктә бик күп эштәр башҡарыла. Һәм был программа яҡын киләсәктә үҙ һөҙөмтәләрен бирергә тейеш.

Комментариев нет.

Оставить комментраий