Район мәҙәниәт һарайында бөгөн ағинәйҙәр йыйылды

Өфөнән Гөлфиә Янбаева килгән. Маҡсаттары райондың һәр районында ағинәйҙәр клубы булдырыу. Йәнәһе бөтә ерҙә улар бар беҙҙә юҡ. Был клуб ауылдағы насар ғаиләләрҙе, эскән кешеләрҙе аҡылға ултыртырға, шишмәләрҙе таҙартырға һымаҡ эштәр эшләргә тейеш икән. Барыһы ла һәйбәт тә ул, әле булған женсовет, ветерандар советы, старосталар, ата-әсәләр комитеты эшләмәгәнде былар башҡармаҡсымы? Күпкә ҙурыраҡ пробелмалар торған мәлдә (иң төп проблема үҙ хоҡуғыбыҙҙы яҡлай белмәйбеҙ, ошонан килә лә инде ауылдар бөтөүе, эскелек һ.б.) юҡты бушҡа ауҙарып йөрөү булмай был? Эш юҡта эш булһын тигән һымаҡ, былар ҙа яңғыҙаҡтарҙы табышырға ярҙам итмәкселәр икән. Халҡыбыҙ бөгөн үҙе яңғыҙ уны ишле итәһе урынға беҙ һаман да уйнаш итәбеҙ һымаҡ.

Комментариев нет.

Оставить комментраий